The words you are searching are inside this book. To get more targeted content, please make full-text search by clicking here.
Discover the best professional documents and content resources in AnyFlip Document Base.
Search
Published by kharchenko-00, 2021-04-08 06:29:51

сборник башкорт теле

сборник башкорт теле

Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының
Сибай ҡала округы хакимиәтенең
Ҡала мәғариф бүлеге

Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет
учреждениеһы

“Бала үҫтереү үҙәге – “Аленушка” балалар баҡсаһы

«Һәр һүҙең – наҙ,
башҡорт теле...”

1

2020 йыл
Башҡортостанда
Башҡорт теле йылы

Йыйынтыҡта балаларҙың, педагогтарҙың,
ата-әсәләрҙең ижади эштәре тупланған.

2

БАШ ҺҮҘ

Әсәм теле миңә - сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

(Рәми Ғарипов)

2020 йыл Башҡортостанда Башҡорт теле йылы тип иғлан
ителгәйне. Инициативаның төп маҡсаты – башҡорт телен
популярлаштырыу, республикала һәм башҡорттар күпләп
йәшәгән төбәктәрҙә уны уҡытыу шарттарын төрлө кимәлдә
яҡшыртыу, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында башҡорт
теленең дәүләт теле булараҡ ҡулланыу даирәһен киңәйтеү.

Тел ул – бөтөн халыҡтың ҡаҙанышы, меңләгән,
миллионлаған кешеләрҙең күп быуатлыҡ ижад емеше. Тел бөтһә,
ул телдең эйәһе булған халыҡ, милләт юғала. Туған телен һаҡлау,
үҫтереү, уның сафлығы, матурлығы өсөн көрәшеү – һәр кемдең
изге бурысы.

Кешенең тормошо тел менән бәйле. Туған телебеҙ –
башҡорт теле, ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло тел ул. Шул
айҡанлы беҙҙең “Аленушка” балалар баҡсаһы ла, йыл
барышында күп сараларҙа бик әүҙем ҡатнашты һәм юғары
һөҙөмтәләргә өлгәштек. Йомғаҡлау сараһы итеп “Һәр һүҙең -
наҙ, башҡорт теле…” тип аталған йыйынтыҡ сығарырға булдыҡ.
Был йыйынтыҡта балаларҙың, педагогтарҙың, ата-әсәләрҙең
ижади эштәре тупланған.

Балалар баҡсаһы мөдире
С.Р Хоҙайбирҙина.

3

“Йәйғор” төркөмөнән Кусимов Данис.
Өләсәһе Аҡҡулова Гөлниса Усман ҡыҙы

"Батыр" Сығырға йыйындылар:
Йәшәй ти бер ауылда Кәпәстәрҙең бауын
Батыр исемле малай. бәйләп,
Үҙе кескәй булһа ла Быйма, бейәләй кейеп,
Бигерәк батыр икән ти! Бер-береһенән ҡыуалап
Әсәһенә, атаһына Йүгерешеп сыҡтылар.
Ҙур ярҙамсы һанала. Ҡар яуа! Ҡар яуа!
Һарайға ҡуша сығып Әйҙәгеҙ уйнарға!
Быҙауға бесән һала, Ҡар яуа! Ҡар яуа!
Тауыҡтарға һыу ҡойоп, Тиҙҙән Яңы йыл етә
Емен дә һибеп ҡуя.
Өйө йылы булһын өсөн "Бесәй"
Утынын да килтерә. Ағай бесәй алып ҡайтты,
Өләсәһен ҡулдан тотоп Йомшаҡ ҡына аҡ йомғаҡ.
Юл аша сығарыша. Мыяу... Мыяу...
Ундай батыр малайҙы Мыяуланы,
Ауылда яраталар: "Ағай, уға нимә кәрәк?"
Уйынсыҡ бүләк итәләр, "Тамаҡ һорай әлбиттә" -
Ҡунаҡҡа саҡыралар. Тине миңә ағайым.
Йүгереп барҙым әсәйемә,
"Ҡар яуа..." Йылы һөт һорап алдым.
Йәй үтте, көҙ үтте, Бесәй һөттө ялап бөттө,
Бына ҡыш килеп етте. Мыяулауын туҡтатты.
Тышта ап-аҡ ҡар яуа, Рәхәтләнеп һуҙылды ла
Яңы йыл етеп килә! Алдыма менеп ятты
Балалар, дәрестәр бөткәс,

4

“Мыраубай.” Ғизәтуллин Арслан

«Алёнушка» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе
Буранғолова Айгөл Рәүеф ҡыҙы

Сәғәт Яңы күлдәк
Сәғәт һуған көн дә,төн дә, Ҡупшы ғына яңы күлдәк
Ваҡыт етһә- ҡысҡырып. Әсәй килтерҙе кисә,
Иптәше өсөн әтәсте лә Матур кулдагемде кейеп,
Эргәһенә саҡыра . Уйнарға сыҡтым кискә.
Яңы күлдәкте күрергә
Килде әхирәттәрем,
"Йылы тәнеңдә туҙһын "-тип
Әйттеләр теләктәрен.

5

«Алёнушка» балалар баҡсаһының тәрбиәсе
ярҙымсыһы Исмәғилева Лилиә Малик ҡыҙы

Ҡар яуа Быйма кейгән балалар.
Ялҡау ғына ябалаҡлап Бер-береһен уҙышалар,
Йомшаҡ ҡына ҡар яуа. Бите өшөгән малайҙарҙы
Быйма кейгән балалар Ҡыҙҙар ышҡып ыуалар.
Сана шыуырға бара. Ана Зилә, ана Сөмбөл
Саналары, саңғылары Ярышалар бер булып.
Бигерәк шәп шыуалар. Ә Данил менән Камилла
Тәгәрәшеп ҡолап ҡала Рәхәтләнеп ятып көлә.

«Алёнушка» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе
Әхмәтова Миңнур Һибәт ҡыҙы

Башҡорт телемә Саф башҡортса матур итеп
Аралашып йәшәрбеҙ.
Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә
Телемде онотмайым. Башҡорт телем—
Башҡорт теле минең йәнгә Һин— йөрәгем,
Ғүмергә килеп ингән. Минең йәнкәйем...
Һин—киң далам,
Шул телдә телем асылған Ә мин үләнең...
«Әсәй» булған ул һүҙем. Һин—зәңгәр күк,
Хәҙер әйтә ейәнем Мин аҡ болотоң,
Ғорурмын шуға үҙем! Һин—тәрән күл,
Ә мин балығың...
Онотмағыҙ һеҙ ҙә, дуҫтар, Һин минең күҙем
Мәңге йәшә, телебеҙ! Ә мин тик керпегең...

6

«Алёнушка» балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе
Теүәлбаева Розалия Наил ҡыҙы

Ҡуян Быуаттарҙан күсеп килгән
Ҡышҡы сихри урманда Халҡым аманаты һин.
Күргән инем аҡ ҡуян. Йәтим ҡалыр ине балам
Тотайым тип баҫтырһам Өйрәтмәһәм телде мин!
Эҙен юйған да ҡуйған.

Хәмит Аҡ төҫкә мәдхиә
Бәләкәс кенә Хәмит Өләсәйем бик аҡыллы
Көн дә күрһәтә кәмит. Һағынам күрешмәһәк.
Бөгөн барҙы табипҡа— “Аҡтан да саф төҫ юҡ”-
Яратҡан өсөн кәнфит. тиеп
Өйрәтә беҙгә һәр саҡ.
“Теле биг(е)рәк матур»- Аҡ бәхеттәр, аҡ юл теләп
тип Оҙатып ҡала ҡайтһаҡ.
Ярата ҡартатаһы. Мин яратҡан аҙыҡтар ҙа
“Алмашсым үҫә”- тиеп Барыһы ла тик ап-аҡ.
Эй, ҡыуана атаһы. Һөт, эремсек һәм ҡаймаҡ-
Бына исмаһам тамаҡ!
Туған телем башҡорт
теленә Яңы йыл
Эй, һин, телем, телкәйем, Их, ҡайһылай күңелле
Ғәзизкәйем, гөлкәйем! Яңы йыл етте!
Һөйләп, тыңлап туя алмаҫ Һиҙелмәй ҙә ғүмерҙең
Берҙән-бер гүзәлкәйем! Бер йылы үтте.

Һәр өнөңдән моң ағыла Үҙе шундай күңелле-
Сиртеп күңел ҡылдарын. Күркәм байрам ул!
Һәр һүҙеңдән нур бөркөлә, Ҡотлайым һине, дуҫым,
Йыр бөркөлә, моңдарың... Бик бәхетле генә бул!

7

“Яңы йыл менән” Кусимова Ясмин

Әсәйемә

Был донъяла һиндәй мәрхәмәтле
Тағы кем бар изге йөрәкле.
Һин бар саҡта ғына донъя теүәл,
Тик һин генә шундай кәрәкле!
Әсәкәйем, әсәй, әсәйгенәм!
Ҡояш кеүек балҡы, һис һүнмә...
Нурҙар сәсеп, янып торһон йөҙөң.
Имен килһен ҡышың... һәм көҙөң.

8

*** Ҡышын уларға ҡыйын
Кескәй ҡыҙсыҡ Мәликә- Аҙыҡ табып ашауы.
Үҙе бигерәк иркә! Ярҙам итеп һәммәгеҙ—
Һылыу, матур Тағараҡтар эшләгеҙ!

ҡурсаҡ кеүек, ***
Әйтерһең дә кәртинкә! Кисә, бөгөн ҡар яуҙы
Мәликәкәй, Мәликә Мансып донъяны аҡҡа.
Әйҙә, ал да кәрзинкә, Буран сығыр инде...тиеп
Бергәләшеп барайыҡ Кеше борсола юҡҡа.
Ҡыҙыл төймә- еләккә!
Әйҙә, яуһын ҡарҙары,
*** Ҡоторһон бурандары.
Атай менән бергәләп Төтөндәй солғап алып
Эшләнек беҙ тағараҡ. Ҡаплаһын томандары.
Ҡунып ашаһын ҡоштар
Беҙҙең ҡанатлы дуҫтар.

“Ҡыш” Кусимов Данис, 6 йәш
9

«Алёнушка» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе
Аҫылбаева Земфира Султан ҡыҙы

Балаҡайҙарым

Арып-талып ҡайтһам эштәремдән,
Балаларым сыға ҡаршыма.
Арыуҙарым онотолғандай була,
Бер ҡараһам ҡыҙым, улыма.

Йомшаҡ ҡулдары ҡыҫып ҡосаҡлаһа,
башҡа бер ниҙә кәрәк түгел.
бәхетле булығыҙ балаҡайҙарым,
Аҡтан булһын барыр юлығыҙ.

Шәжәрә байрамы Йәштәр булғанда ғына!
Ырыуым- ҡыпсаҡ Беҙ өйрәндек,тыңланыҡ
Ағасым-ҡарама Аҫылбайҙар тарихын.
Ҡошом-бөркөт Шатландыҡ һаҡлауыбыҙға,
Ораным-туҡһаба! Ата-бабалар рухын!
Йәйҙең йәмле көнөндә,
Үтте бер йыйын. Баҡсам
Нәҫел-нәсепте белһен өсөн Әсәй менән етәкләшеп,
Беҙҙе- йәш быуын! Киләм көндә баҡсаға.
Аҫылбайҙар йыйылды, Дуҫтрым унда бик күп,
Баймырҙа ауылына. Торалар мине көтөп.
Үткәндәрҙе онотмаҫҡа
Шәжәрә байрамына. Уйнайбыҙ ҙа, йырлайбыҙ,
Ағасыбыҙ ныҡ тамырлы, Бик тә күңелле беҙгә.
Бабсаҡ бейҙән башлана Рәхмәт тәрбиәсегә,
Ырыу ағасы ҡоромай Белем биргәнгә беҙгә.

10

Бәлеш Хуш еҫ таралды.
Сәй эсәбеҙ беҙ,
Әсәйем беҙгә, Тәмләп, бәлешләп.
Бәлеш бешерҙе. Әсәйгә әйтәбеҙ,
Өйҙөң эсенә, Күп итеп рәхмәт!

“Көнбағыштар” төркөмөнән Кусимова Йәсминә,
өләсәһе Аҡҡулова Гөлниса Усман ҡыҙы

Бәлеш Матур итеп бәлеш яһап,
Өйҙә тәмле еҫтәр сыҡты - Мейес эсенә тыҡты.
Әсәй бәлеш бешерә. Мин йөрөйөм өйрөлөп
Ҡамыр баҫып, йәйеп "Ҡасан бәлеш бешә ул?"
һалды, Әсәкәйем йылмайҙы ла,
Тауыҡ итен тураны. Арҡамдан һөйөп әйтте:
Һуған менән картуф турап, "Атайыңды саҡыр тыштан
Ҡаймаҡ һалып болғаны. Бәлеш бешеп тә сыҡты"

“Бәлеш”. Зәбитова Асия, 6 йәш
11

Ҡалама Матур итеп ҡарайҙар:
Уйнаталар, уҡыталар,
Беҙҙең Башҡортостанда Тәртипкә өйрәтәләр.
Сибай тигән ҡалала Был баҡсала бик күңелле,
"Аленушка" исемле Рәхимле, кешелекле,
Балалар баҡсаһы бар. Шуға күрә балалар
Тәрбиәсе апайҙар Ҡайтырға ашыҡмайҙар

Аҡбуҙат” төркөмөнән Зәбитова Асия (4 йәш),
әсәһе Рәсимә Йыһанур ҡыҙы

ТЫЛСЫМЛЫ ҮЛӘН

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай.
Уларҙың бик егәрле, бик эшлекле, уңған Әминә исемле
ҡыҙҙары ла булған. Бабай утын ташыған, ярған, ә әбей
менән Әминә йорт эштәрен башҡарған. Шулай, һәүетемсә
генә йәшәп ятҡанда, бабай ауырып киткән. Әбей төрлө
дарыуҙар, төнәтмәләр эсереп ҡараһа ла, ҡарты көндән-көн
насарая ғына барған. “Бабайыңдың һауығыу сере –
урманда үҫкән бер үләндә”, тигән күрәҙәселәр. Тик был
тылсымлы үлән ете урман, ете дала аръяғында үҫә икән.
Үтеү юлы бик ауыр. Әбей менән Әминә оҙаҡ уйлағандан һуң
ҡыҙ юлға сығырға ҡарар иткән. Бәләләкәй генә төйөнсөк
алып, ата-әсәһе менән хушлашып, ете урман, ете дала
яғына юлланған. Юл, ысынлап та, бик еңелдән түгел икән:
күҙгә төртһәң дә күренмәҫ ҡара урман, диңгеҙ кеүек йәйрәп
ятҡан киң дала. Әммә Әминәне был ҡаршылыҡтар туҡтата
алмаған. Атаһын йүнәлтеү, уны аяҡҡа баҫтырыу маҡсаты
бөтә ҡурҡыуҙы еңгән. Арыу-талыу белмәй, көн-төн тимәй,
ҡыйыу ҡыҙ юлын дауам иткән.

12

Өс көндән һуң табып алған Әминә шифалы үләнде.
Һары сәскәләре менән баҙлап, алыҫтан күренеп ултырған
ул. Ҡыҙ һаҡ ҡына тамырын ҡаҙып алған да тупрағын кире
һалып, ерен матурлап күмеп ҡуйған. Тамыр төйөнсәк
эсендә, хәҙер ҡайтырға ла була...

Ҡыҙыҡай табышына шатланып ҡайтыр юлға сыҡҡан.
Кис еткән. Ҡараңғы төшкән. Ә Әминә килгән юлдан атлай
ҙа атлай. Шомло урман эсендә өкөләр ухылдап ҡуйған, ағас
ботаҡтары “Туҡта – туҡта” тигәндәй, күлдәк итәген,
еңдәрен тартҡылаған. Әминә ҡурҡышынан башы әйләнеп,
ҡайтыр юлдан яҙлыҡҡан. Ҡайҙа барһа ла ҡара урман,
ярғанаттар оса. Урмандан сығыр урын да юҡ... Урман эсендә
ары йүгергән, бире сапҡан, арып киткән. Ултырып хәл
йыйырға тип, йыуан ағас төбөнә килгән. Ҡараһа, ағас
төбөндә тәрән генә соҡор икән. Ҡыҙыҡай ҡурҡып киткән.
Шул саҡ соҡор эсенән көсөк шыңшыған, өргән һымаҡ
тауыш ишетелгән. Ул аптырап ҡалған. Ипләп, шым ғына
баҫып китә башлаған. Тик... бәләкәй йән эйәһен йәлләп
кире туҡтап ҡалған. Бар батырлығын йыйып, соҡор эсенә
төшкән. Унда ҡараһа ысынлап та көрән төҫлө, аҡ муйынлы
бәләкәй генә эт балаһы икән. Алғы тәпәйҙәре имгәнгән.
Әминә был көсөктө ер өҫтөнә күтәреп сығарып, тәпәйен
бәйләп ҡуйған. Ултырып хәл алғандар.

Таң һыҙылып, көн яҡтыра башлағас ҡайтыр юл эҙләй
башлағандар. Ләкин ҡайһы яҡҡа юл алырға белмәй
аҙапланғандар. Шул мәлдә көсөк ер еҫкәп эҙ эҙләй
башлаған, үҙе өрөп, Әминәне янына саҡыра икән. Ер еҫкәп
килә торғас, шомло урманды саҡ килеп сыҡҡандар. Ә
алыҫта Әминәнең өйө шәйләнгән. Ҡыҙыҡай ҡыуанысынан
илап, “Һин минең ҡотҡарыусым!” – тип, этте ҡосаҡлап
ала.

13

Әсәһе менән атаһы ҡыҙҙарының имен-һау ҡайтып
етеүенә бик шатлана. Бабайға шунда уҡ тылсымлы үләндең
тамырынан төнәтмә яһап эсерәләр. Бабай көндән-көн
һауығып аяҡҡа баҫа. Ә теге көсөк хужаларға тоғро хеҙмәт
итә икән. Муйыны аҡ булғас, Муйнаҡ тип исем ҡуша уға
Әминә.

Үләндең шифаһы алыҫ тарафтарға тарала. Бөгөнгө
көндә лә ҡулланалар был шифалы үҫемлекте. Исеме уның
– Андыҙ. Ошо ерҙә әкиәтем тамам. Йомғағым китте
тәгәрәп, үҙем ҡалдым ҡарап.

“Алёнушка” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе
Исламғолова Гөлназ Билал ҡыҙы

ҠУЯН ҺӘМ УНЫҢ ДУҪТАРЫ

Яҙғы матур бер көндө ҡуян балаһы өйөнән алыҫыраҡ
китеп урманда йөрөгән. Көн шундай аяҙ, йылы булған.
Зәңгәр күк йөҙөндә ҡояш йылмайған. Ҡуян тыныс урманда
рәхәтләнеп һикергән, матур көнгә ҡыуанған. Шулай
матурлыҡҡа һоҡланып йөрөй торғас, ҙур шыршы артынан
килеп сыҡҡан уҫал бүрене лә аңғармаған. Ә уҫал бүре
табышына ҡыуанып ҡуянға табан килә икән. Бәләкәй ҡуян
шул тиклем ныҡ ҡурҡҡан, хатта аяҡтары тыңламаған. Бүре
тирә-яғына ҡаранып алғансы, ҡуян иҫенә килеп ҡасырға
булған. Бер нисә аҙым яһауы була, ҡаршы яҡта, хәйләкәр
төлкөнө күреп ҡалған.Ҡуян ҡурҡышынан ҡайҙа ҡасырға
белмәгән. Бер яҡтан яуыз бүре, икенсе яҡта – төлкө. Ҡуян
ҡысҡырып илап ебәргән. Был хәлде тумыртҡа күреп торған.
Ҡуянға ярҙам итәм тип, ағасты нығыраҡ туҡылдата
башлаған. Ул шулай тауыш биреп урмандағы дуҫтарының

14

иғтибарын йәлеп итергә, уларҙы ярҙамға саҡырырға
уйлаған.

Ҡуяндың илауын, тумыртҡаның ағасты туҡылдатыуын
ишетеп, нимәгәлер ярҙам кәрәк булыуын һиҙеп, тейендәр
һикерешеп килгәндәр. Тейендәр бар хәлдәренсә ярҙам
итергә тырышып шыршы башынан тубырсыҡтар ырғыта
башлаған. Бер ҙур ғына тубырсыҡ бүренең күҙенә генә
эләккән. Бүре ауыртыуға сыҙамай, күҙҙәренән йәштәре
ҡойола-ҡойола үкереп ҡасып китә.

Бүрене күреп ҡурҡып ҙур ағас артында йәшенеп торған
төлкө лә бүренең күҙенә тубырсыҡ эләгеүенә ҡыуана.
“Инде хәҙер ҡуян минеке”, - тип йәшенеп торған еренән
һикереп сығып ҡуянды тотам ғына тигәйне, матур йөнтәҫ
ҡойроғо түмәргә эләгеп ҡыҫылған да ҡуйған. Төлкө
ырылдай, түмәрҙе тештәре менән тешләп ҡарай. Төлкө
ҡойроғон тартып алғансы, ҡуян ҡасып та өлгөргән, ти.
Бына шулай итеп урмандағы дуҫтары ҡуянды бәләнән
ҡотҡарғандар, ти.

“Ҡуянҡай”. Юнусбаева Әлфинә 5 йәш
15

«Аҡбуҙат» төркөмөнән Багишаев Малик (4 йәш),
әсәһе Гөлдәр Рәфҡәт ҡыҙы

ТЕРПЕ ЭНӘЛӘРЕ

Борон-борон заманда урманда төрлө-төрлө хайуандар
йәшәгәндәр, ти. Булған ти унда бер терпе лә. Ул гел яңғыҙы
ғына уйнаған. Шулай бер ваҡыт ул ҡуяндарҙың рәхәтләнеп,
көлөшөп бергә уйнағандарын күҙәткән. Уларға шундай
күңелле икән. Терпенең дә үҙенә дуҫ тапҡыһы килгән.

Шулай итеп бер көндө урман буйлап үҙенә дуҫ эҙләргә
сығып киткән. Китеп бара торғас, ҡаршыһына ҡуян
осраған.

- Ҡуянҡай, минең дуҫым булғың киләме? – ти икән
терпе.

- Юҡ, мин һинең энәләреңдән ҡурҡам, - тип яуап
ҡайтарған ҡуян.

Терпенең күңеле төшөп, артабан атлаған. Атлап
китеп барғанда ул нимәгәлер эләгеп тәгәреп китә. Тәгәрәп
бара биргәс кемгәлер барып төкөй, уныһы әсе тауыш менән
ҡысҡырып ебәргән: "Әү, ауырта бит!" - Ҡараһа, унда тейен
булған икән . Тейен асыуланып, өҫкә ағастағы ояһына
менеп киткән. Терпе унан эй ғәфү итенгән, ә тейен уға
сығырға ҡурҡҡан. Терпе тағы ла күңелһеҙләнеп, уйланып
китеп барған. «Их, дуҫ табып булманы…» - тип күңеле
төшөп өйөнә ҡайтыуға ыңғайлаған. «Шул сәнскеле
энәләрем булғанға минең менән береһенең дә дуҫлашҡыһы
килмәй», - тип бик ныҡ бошонған ул.

Икенсе көнө иртәнсәк терпенең ояһының тышында
кемдер: "Терпекәәй, терпекәәй" – тип саҡырғанға сыҡһа,
тейен менән ҡуян терпегә дуҫлашырға тип килгән

16

булғандар. Шул ваҡыттан терпе үҙен бик бәхетле тойған,
ти. Дуҫтары булғанға бик шатланған.

“Терпехан”. Багишаев Малик, 4 йәш
«Алёнушка» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе
Исламғолова Гөлназ Билал ҡыҙы
ТЫҢЛАУҺЫҘ ҠУЯНҠАС

Борон – борон заманда йәшәгән, ти, Ҡуянҡас исемле
малай. Был малай бик тыңлауһыҙ булған, әсәһенең бер
һүҙен дә ҡолағына элмәгән.

Шулай бер ҡөндө әсәһе эшкә барырға ашыға икән.
- Улым, мин эштә саҡта өй тирәһенән бер ҡайҙа ла
китмә, ишек алдында ғына уйна. Төлкөбикәнең балалары
менән уйнама, әсәләре бик яуыз, - тигән дә эшкә киткән.

17

Ҡуянҡас тәүҙә өй янынан алыҫ китмәгән, шунда ғына
уйнаған. Өйҙә лә бер үҙенә күңелһеҙ булғас, түҙмәгән,
урамға сығып йүгергән. Ә унда!!! Төлкөбикәнең бәләкәстәре
туп тибеп уйнай икән. Ҡуянҡас, ҡурҡыныс янауын да
онотоп, улар янына барған. Эх, күңелле уйнағандар, тирләп
– бешеп туп типкәндәр! Уйнап Төлкөнөң балалары ла,
Ҡуянҡас та бик асыҡҡандар, арығандар. Төлкө балалары
тамаҡ ялғап алырға уйлап, өйҙәренә ыңғайлағандар.
Ҡуянҡас та бик асыҡҡанлыҡтан, күп уйлап тормаған, яңы
дуҫтарына эйәргән. Ә унда Төлкөбикә үҙенең балаларына
ҡаршы алып тора икән. Төлкөбикәнең яуыз, уҫал ҡарашын
күреп, Ҡуянҡастың әсәһе әйткән һүҙҙәре ҡапыл иҫенә
төшкән. Шул арала Төлкөбикә Ҡуянҡасҡа ҡарай атлаған.
Ҡуянҡас кире әйләнеп өйө яғына бар көсөнә сапҡан. Ул бар
көс – хәленсә йүгереп, саҡ ҡотолған. Ул ваҡытта әсәһе лә
эштән ҡайтҡан булған. Ҡуянҡас әсәһен күреп, үкһеп илап
ебәргән:

- Әсәкәйем, ғәфү ит мине, башҡаса һинең һүҙеңде
йыҡмам, гел тыңлап ҡына йөрөрмөн, - ти икән.

Әсәһе малайын йылы ҡосағына алып тынысландырған,
иркәләткән. Улының хатаһын аңлауына әсә лә ҡыуанған,
сөнки был көн Ҡуянҡас өсөн мәңгелек һабаҡ булған: ул
хәҙер әсәһен тыңлап ҡына йөрөй икән.

Тәбиғәт йоҡоға сумған Тәбиғәт йоҡоға талған.
Боҙ-юрғанға төрөнөп
Болондарға, ҡырҙарға Йылға-күлдәр ҙә йоҡлай
Йомшаҡ ҡына ҡар ятҡан.
Ҡыштың һалҡынайҙарында иҙ(е)рәп.
Бар ерҙә аҡлыҡ-сафлыҡ,
Күңелдәрҙе солғай шатлыҡ.

18

«Алёнушка» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе
Юнысбаева Әлфинә

Ҡар
Ел-буран бөгөн тышта,
Ябалаҡлап ҡар яуа.
Урамдарҙы, баҡсаны -
Ҡар баҫҡан бар донъяны.

«Алёнушка» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе
Йәйләүва Юлиә Илгиз ҡыҙы

ИЗГЕ ИЛ

Ете дингеҙ артында булған тей бер тылсымлы ил. Уның
ҡая таштары, йомшаҡ, балдай, татлы һыуҙары, ҡуйы,
йәшел урмандары, яландары бөтәһен дә таң ҡалдырған.
Унда йәшәүсе кешеләр ҙә яҡшы, изге күңелле булғандар.

Илдең батшалары быуындан-быуынға «Кешеләргә һин
нисек булһаң, улар ҙа һиңә шундай» серҙе тапшыра килгән.
Йылдар үтә торған, батшалар алмашынып торған. Әммә
бер батшаның вариҫтары оҙаҡ ҡына булмаған. Ул ҡатыны
бергә үтенеп Хоҙайҙан бала биреүен һораған. Бер ваҡыт,
үтенесе, уҡыған доғалары ҡабул булып, һылыуҙарҙан-
һылыу, ҡуйы ҡара сәсле, диңгеҙ кеүек күк күҙле ҡыҙҙары
донъяға килә. Ата-әсә сабыйына мәғәнәһе “ханым” тигәнде
белдергән Баныу тип исем ҡуша

Йылдар үтә, ҡыҙ үҫә...
Матур, һылыу Баныу үҙ-үҙен генә яратҡан иркә ҡыҙ
булып үҫә. Ата-әсәһе лә бер бөртөк ҡыҙҙары нимә теләй
шуны биреп, һис тыймай үҫтерә. Шуға күрә лә,
ғәзиздәренең һүҙен бер тингә лә һуҡмай, ауыр һүҙ әйткән

19

кешене язалап, алыҫ, сит яҡтарға ҡыуырға бойороу уның
өсөн бер ни тормай. Батша ҡыҙының яуызлығын халыҡ та
белеп бөтә. Элек-электән изге, балҡып торған был ил
яйлап һүнә. Атай кеше ҡыҙының яуыз, ҡаты бәғерле булып
үҫеүен һиҙмәй. Уның хаҡында шеткән һүҙҙәргә лә ҡолаҡ
һалмай. Тик әсә йөрәге ныҡ тынысһыҙлана. Ҡыҙына:

--Матурым, үҙеңде улай тоторға ярамай. Кеше күңелен
рәнйеткәнгә барыһы ла кире әйләнеп ҡайта. Яуыз кеше
бәхетле була алмай. Эргәңдә беҙ һине яратҡан кеүек һөйгән
кешең булырмы икан?...-тип әйткән һайын Бану ҡарышып,
үҙенсә эшләүен дауам иткән.

Бер ваҡыт хан ҡыҙы ауырып китә. Ауыр хәлдә яткан
ваҡытта ата-әсәһе әргәһенән китмәй йыуатып дауаларға
тырыша. Тирә-яҡтан табиптарҙы саҡырһалар ҙа ярҙам
итеүсе табылмай. Бану бөтәһен дә аңлай. Бер кем дә уның
менән күрешергә килмәй. Ҡыҙ бик көтә. Нисек инде батша
ҡыҙын бер кем дә яратмай тип уйланып төндәрен илай.

Ата-әсә был хәлгә түҙә алмай, тағы ла Хоҙайға
мөрәжәғәт итә:

--Баныу бер бөртөк, һорап алған балабыҙ. Зинһар,
ҡотҡар, үҙ ғүмеребеҙҙе бирергә әҙербеҙ,-тиҙәр. Илаһи көс
быны ишетеп:

--Баныуҙы кешене-кешегә һынамаған, ярҙам итә
белмәгән ҡыҙ итеп үҫтергәнһегеҙ. Ундайҙарға ярҙам
итмәйем, – тип яуап ҡайтара. Был хаҡта бар халыҡҡа
мәғлүм була. Улар яратҡан батшаһының илағанын күреп,
уға ярҙам итергә теләп, күмәкләшеп ҙур ҡая башына менеп
доға укырға тотона. Аллаһы Тәғәлә доғаларын ишетеп:

--Ярар, үтенесегеҙҙе үтәрмен. Батшаға мөхәббәтегеҙ
үтә көслө,- ти. Ни ғәләмәт, иртәһенә ҡыҙ бөтөнләй икенсе
кеше булып уяна...

20

Ата-әсәһе ниһайәт уға быуындан-быуынға күсә килгән
«Кешеләргә һин нисек булһаң, улар ҙа һиңә шундай» тигән
серҙе аса. Баныу илап ебәрә һәм:

--Атай, әсәй, мин ауыр хәлдә ятҡанда барыһын да
аңланым. Ғәфү итегеҙ мине,-тип уларҙы ҡосаҡлап ала.

“Тыуған ерем”. Тагиров Данил

“Емештәр” төркөмөнән Васильева Влада
әсәһе Айгөл Азамат ҡыҙы

Ҡыҙыма Ҡояшым, йөрәк майым!
Ғүмерле бул, рәхәт йәшә,
Минең ҡыҙым, матурым, Ҡайғы еле теймәһен.
Аҡыллым, күҙ нурым! Эй, хоҙайым, рәхмәт һиңә,
Иң кескәйем, матур сәскәм, Ҡыҙсыҡ бүләк иткәнгә
!

21

“Емештәр” төркөмөнән Сидоров Артем,
әсәһе Мәжитова Лилиә Әхәт ҡыҙы

Ҡыш Күҙем асып ҡараһам,
Ап-аҡ ҡарҙар яуа, Өләсәй икмәк һала
Тышта саф һауа. мейескә!
Балалар тауҙан шыуып, Һикереп торҙом тиҙерәк,
Уйнайҙар ҡыуанышы! Тәҙрәгә торам ҡарап.
Тышта буран, өшөнөс,
Өләсәйем Өйҙә икмәк, йылы мейес.
Иртә-иртә иртәнсәк, Өләсәйе эргәмдә,
Уянып киттем тәмле еҫкә. Күңелемдә тыныс!

“Өләсәйем”. Давлетшина Айлина, 6 йәш
22

“Емештәр” төркөмөнән Ғизәтуллин Арслан,
өләсәһе Сираева Рәсимә Минлехан ҡыҙы

Эй рәхәт ҡартатайҙа, Яратам баҡсамды
Аҡбуҙат аты унда.
Атын егә санаға, Уйнай-көлә балалар,
Мине ултыртып ала. Баҡсаға бит баралар.
Эй, елдерә аҡбуҙат, Унда уларҙы һағынып,
Ҡарҙар биттәргә бәрә. Көтә бит уйынсыҡтар.
Күңелгә рәхәт кенә. Тәрбиәсе өйрәтә
Арттан ҡалмай Алабай Нисек йырҙар йырларға.
Ярышып саба ғына. Матур итеп бейергә,
Бер туҡтауһыҙ өрә-өрә, Гәлгә һыуҙар һибергә.
Ҡарҙарҙа аунап ала. Сәскәләр ултыртырға,
Беҙҙең биттәр ҡыҙарған, Ололарҙы хөрмәт итеп
Керпеккә ҡарҙар ҡунған. Шатлыҡтар таратырға.
Эй, рәхәт ҡартатайҙа, Беҙ бәхетле балалар,
Ҡайтҡы ла килмәй хатта! Башҡорт булып тыуғандар!

23

2010 йылдың 29 декабрендәге 436-ФЗ һанлы

Федераль законға ярашлы 6+

“Һәр һүҙең - наҙ,
башҡорт теле…”

Әҙер файлдарҙан баҫылды

Ҡағыҙ форматы 60х84/16. Офсет ҡағыҙы.
«Литературная» гарнитураһы. Ризографта баҫылды.

Шартлы баҫма таб. 2,7. Иҫәп-баҫма таб. 3,4
Заказ 350.

Сибай ҡала типографияһы –
БР ДУП «Башҡортостан Республикаһы»

нәшриәт йорто филиалы
453833, БР, Сибай ҡалаһы,
З.Вәлиди урамы, 22-се йорт.

Тел.: (34775) 2-55-22.

24


Click to View FlipBook Version